5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2010 йыл, 15:15

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры итеп Асҡар Абдразаҡов тәғәйенләнде

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың бөгөнгө Указы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры итеп билдәле йырсы Асҡар Әмир улы Абдразаҡов тәғәйенләнде. Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

Был тәғәйенләүгә "Башинформ" агентлығына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина бына ниндәй аңлатма бирә:

— Асҡар Абдразаҡов  - Башҡортостан мәҙәниәте потенциалын, байлығын, киң күләмлелеген кәүҙәләндереүсе билдәле фигураларҙың береһе, һәм күп милләтле, күп конфессиялы республикабыҙҙың мәҙәниәт министры вазифаһына тап Асҡар Абдразаҡовың тәғәйенләнеүе –  Башҡортостан мәҙәниәте өсөн күләмлерәк, тығыҙыраҡ, планета кимәлендә аралашыуҙы аңлатҡан үҙенсәлекле аҙым ул. Сөнки Асҡар Абдразаҡов — мәҙәниәт өлкәһендә билдәле башҡарыусы, Европаның иң яҡшы театрҙары тамашасылары табынған вокалсы, исеме бар донъяға танылған опера йырсыһы. Был яуаплы вазифаға Асҡар Абдразаҡов кеүек абруйлы шәхес тәғәйенләнеүе арҡаһында Башҡортостан мәҙәниәтенең мәҙәни киңлекте артабан киңәйтеүгә, донъя күләмендәге йондоҙҙарҙы саҡырыуға яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа килә. Беҙ глобалләшеү процестары үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙертә барған заманда йәшәйбеҙ, һәм территориаль, милли сиктәрҙе белмәгән сәнғәтте йәлеп итеп кенә мәҙәниәт өлкәһендәге үҙебеҙҙең нигеҙлелегебеҙҙе, ҡаҙаныштарыбыҙҙы  дәлилләй алабыҙ. Сәнғәт – һәр мәҙәниәттең үҙенә күрә коды ул. Аралашып, сәнғәтте, башҡа халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнеп, беҙ үҙебеҙ ҙә рухи яҡтан байыйбыҙ һәм башҡа мәҙәниәттәрҙе лә үҙенсәлекле мәҙәни мөхитебеҙгә ылыҡтырабыҙ.