10 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2010 йыл, 14:04

Республикала йәниҫәптең "ҡыҙыу линияһы” эшләй башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Кисә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2010 буйынса Башҡортостанстаттың  "ҡыҙыу линияһы" эшләй башланы, уның номеры:  8-800-347-11-02.

Демографик статистика һәм халыҡ иҫәбен алыу бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә,  республиканың «ҡыҙыу линияһы» эш көндәрендә — 9 — 18 сәғәттәрҙә, ә октябрь дауамында – ялһыҙ 9 — 20 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Шылтыратыу абоненттар өсөн – бушлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 сентябрҙән алып Рәсәй халҡы йәниҫәп буйынса бөтә һорауҙарҙы 8-800-200-14-25 берҙәм федераль номерына шылтыратып бирә ала.

Бынан тыш, халыҡ иҫәбен алыу буйынса һорауҙарҙы интернет селтәрендә perepis-2010 порталында ла бирергә мөмкин. Әйткәндәй, был сайтта йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар әле үк халыҡ иғтибарына сығарылған.