8 декабрь, Кесе йома

16 сентябрь 2010 йыл, 13:41

Өфөлә иң яҡшы автомәктәпте һайлайҙар

автор: Әлфиә Йомаҡаева

Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ярҙамында «Башҡортостан транспорт компанияһы» коммерциялашмаған партнерлығы автомобиль водителдәрен әҙерләү буйынса эшмәкәрлек алып барған учреждениелар араһында конкурс үткәрә.

Сара БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы, БР Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡатнашлығында һәм ярҙамында үткәрелә. Уҡыу йорттарында водителдәр әҙерләү сифаты тураһында объектив мәғлүмәт алып, уны Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡына еткереү — конкурстың төп маҡсаты.

Әйткәндәй, бындай конкурс беренсе тапҡыр ойошторола. Ул 1 — 30 октябрҙә үтәсәк. Заявкалар ҡабул ителә башлаған да инде.

Тулыраҡ мәғлүмәт — www.fondufa.ru сайтында.