9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2010 йыл, 13:12

Башҡортостанда велосипед спортына тейешле ярҙам күрһәтеләсәк

автор: "Башинформ" | фото: Альберт Заһиров

Башҡортостанда велосипед спортына тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Был турала  Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 15 сентябрҙә Республика йортонда Рәсәй велосипед спорты федерацияһы президенты,  "ИТЕРА" нефть-газ компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Игорь Макаров менән осрашыуҙа хәбәр итте.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов Велосипед спорты федерацияһы етәксеһенең велосипед спортын үҫтереү өлкәһендәге үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса инициативаһын ыңғай баһалай. Осрашыуҙа велосипед спортының популяр ярыш төрҙәренең береһе булыуҙан тыш, Олимпия уйындарында командаға 18 комплект миҙалдар яулау мөмкинлеге биреүе лә билдәләнде.  

Игорь Макаров әйтеүенсә, Башҡортостан — илебеҙҙәге «СССР тарҡалғандан һуң велосипед спорты үҙәген һаҡлап ҡалыу ғына түгел, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә алған» бик аҙ төбәктәрҙең береһе.

— Башҡортостан велосипед спорты мәктәбенең  бай тәжрибәһе бар. Һәм беҙ үҙәкте үҫтерәсәкбеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, — тине Игорь Макаров.

Шулай уҡ осрашыу барышында Башҡортостан менән «ИТЕРА» компанияһының газ сәнәғәтендә хеҙмәттәшлек перспективалары, республика иҡтисадына һәм социаль өлкәгә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.