Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйлеләр урман проблемаларына битараф түгел

Йәмғиәт

Ун рәсәйленең туғыҙы халыҡҡа урман торошо, урман ултыртыу һәм ҡырҡыу пландары тураһында мәғлүмәт еткереүҙе кәрәкле тип һанай. Был урман менән файҙаланыуға йәмәғәт контроле кәрәклеге тураһында рәсәйлеләр араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәһендә асыҡланған. Һорау алыуҙы ағымдағы йылдың сентябрь башында  Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге  үткәргән, унда 1600 кеше ҡатнашҡан.

Һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 83 проценты үҙҙәре йәшәгән урынға йәки дачаһына яҡын ерҙә урман ҡырҡыу пландары менән ҡыҙыҡһына. Был тема менән Мәскәү һәм Санкт-Петербург халҡы башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Урман мәсьәләһенә ауыл халҡы ла битараф түгел.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, респонденттарҙың 72 проценты урман ҡырҡыу пландары буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында әүҙем ҡатнашырға әҙер булыуҙарын белдерә.  

Һорау алыуҙан күренеүенсә, урманда законһыҙ әүҙемлек табылған осраҡта күптәр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәй. Шул уҡ ваҡытта ялыуҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин урындарҙы белгән рәсәйлеләр, ә улар 33 процент, ярҙамды урман хеҙмәткәрҙәренән түгел, ә урындағы үҙидара органдарынан көтә. 32 процент прокуратура һәм милицияның ярҙамына өмөтләнә, халыҡтың биш проценты иһә юғары дәүләт чиновниктарына ышана.        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть