9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2010 йыл, 11:37

БДАУ – Рәсәй вуздарының хеҙмәтте һаҡлау һәм именлек буйынса рейтингында алда бара

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университеты Рәсәй вуздарының хеҙмәтте һәм производствола именлекте һаҡлау буйынса рейтингында өсөнсө урынды яуланы. Хеҙмәтте һаҡлау үҙәктәренең милли ассоциацияһы белгестәре баһалауынса, ӨДАТУ ла юғары баһа алды. Был турала вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.  

Ойошма эксперттары, хеҙмәтте һәм именлекте һаҡлау өлкәһендә хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү программалары буйынса уҡытылған кешеләр һаны буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетының күрһәткестәре илдең күп вуздарыныҡына ҡарағанда күпкә юғары, тип билдәләнеләр. Был тиклем юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү – ул агросәнәғәт комплексының 43 программаһы буйынса белгес-аграрийҙар уҡытылған университеттың өҫтәмә белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәренең төп ҡаҙанышы.  

Быйылғы уҡыу йылынан башлап үҙәк яңы кимәлгә сыҡты: эшсе белгеслектәре буйынса тағы 26 программа өҫтәлде.  

темалар: мәғариф