4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2010 йыл, 10:40

«Мечел» акционерҙар йәмғиәтенең яңы металлургия производствоһы асыла

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы металлургия производствоһы асыла. 15 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Мечел» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Игорь Зюзин менән осрашыуы ваҡытында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу нескәлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр.

«Мечел» йәмғиәте етәксеһе, «Мечел» акционерҙар йәмғиәте төркөмөнә ингән «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә баҡыр менән ҡапланған сым етештереү производствоһын асыуға әҙерләнәләр, тип хәбәр итте. Әлеге ваҡытта комбинатта заманса инновацион ҡорамалды монтажлау буйынса эштәр тамамланып килә. Был производствоны сафҡа индереү менән комбинатта өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Сәнәғәт объектын файҙаланыуға тапшырыу 2010 йылдың ноябренә планлаштырылған.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Игорь Зюзинға хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшырҙы.