3 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2010 йыл, 9:43

«Система» корпорацияһы Башҡортостан иҡтисадына 100 млрд. һумдан ашыу аҡса күсерә

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Яҡындағы йылдарҙа «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы (АФК) Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының төрлө тармаҡтарына 100 миллиард һумдан ашыу аҡса инвестициялай.

Был турала 15 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Система» АФК-һының өлкән вице-президенты Александр Корсик һәм финанс корпорацияһының башҡарыусы вице-президенты Петр Безукладников менән осрашыуы барышында белдерелде, тип хәбәр иттеләр республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

«Система» АФК-һы менән беҙҙең хеҙмәттәшлек үҫкәндән-үҫә бара. Башҡортостан биләмәһендә корпорация активтарын үҫтереү буйынса пландар бик ҙур. Республика нефть эшкәртеү, энергетика, IT-индустрия һәм башҡа тармаҡтар өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү яҡлы», — тине Рөстәм Хәмитов.

Үҙ сиратында, Александр Корсик республика башлығына «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп эш һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. «Нефть табыу арта, «Евро-4» һәм «Евро-5» яңы сифат стандарттарына күсеү буйынса техрегламентҡа ярашлы нефть эшкәртеү ҡеүәттәрен яңыртыу дауам итә, эш урындары һәм хеҙмәткәрҙәрҙең юғары эш хаҡы кимәле һаҡланды. Артабан да үҫешәсәкбеҙ, килемде арттырасаҡбыҙ, һалымдарҙы түләйәсәкбеҙ», — тип билдәләне Александр Корсик.