7 декабрь, Шаршамбы

16 сентябрь 2010 йыл, 9:14

«Смена» кинотеатрында Киномәктәп аҙналығы үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

20 — 26 сентябрҙә Өфөнөң «Смена» кинотеатрында Булат Йосопов киномәктәбе сығарылыш уҡыусыларының фильмдары күрһәтеләсәк. Киномәктәп аҙналығында бөтә һигеҙ сығарылыш режиссерҙарының эштәрен күрергә мөмкинлек буласаҡ. Тамашасыларға Киномәктәптең ике йыллыҡ тарихында төшөрөлгән кинокартиналар менән танышырға уникаль мөмкинлек асыла.  Аҙнаның һәр көнөндә жанры һәм тематикаһы буйынса төрлө фильм тәҡдим ителәсәк.

темалар: кино