6 декабрь, Шишәмбе

15 сентябрь 2010 йыл, 17:07

Ғәскәров ансамбле сентябрҙә Өфөлә өс концерт бирә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

28, 29 һәм 30 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфөлә концерт бирәсәк. Был коллективтың оҙайлы йәйге ялдан һуң яңы миҙгелдәге беренсе сығыштары.  

«Башинформ» агентлығына дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленән хәбәр итеүҙәренсә, «ғәскәровсыларҙың» бар өс концерты ла үҙҙәренең концерт залында үтәсәк. Мәктәп уҡыусылары өсөн артистар  яңыртылған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Унда тамашасылар яратып өлгөргән башҡорт, татар, рус, украин, молдаван халыҡ бейеүҙәре инәсәк.  

Өфөләге концерттарҙан һуң ике аҙна үткәс, 15 октябрҙә, коллектив республика ҡалалары һәм ауылдары буйлап гастролдәргә сыға. «Ғәскәровсылар» Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, шулай уҡ Стәрлебаш, Миәкә һәм Ауырғазы райондарын урап ҡайтырға ниәтләй.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбленең яңы концерт миҙгелен асыу тантанаһы Өфөлә 29 октябргә билдәләнгән.