Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Зөфәр Еникеев Башҡортостан парламенты Секретариаты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улының икенсе эшкә күсеүе менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең 2010 йылдың 15 сентябрендәге 44-се бойороғо менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты Етәксеһе итеп Еникеев Зөфәр Ирғәли улы тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт Йыйылышы матбуғат хеҙмәтенән.

Беҙҙең белешмә.

Зөфәр Еникеев 1951 йылдың 4 мартында Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуған. Свердловск юридик институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1968 йылда Ирәндек совхозы эшсеһе булып башлаған. 1976-85 йылдарҙа прокуратура органдарында, Сибай ҡала Советы башҡарма комитетында эшләй. 1988 йылда аспирантураны тамамлағандан һуң – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты уҡытыусыһы.

Башҡортостан Республикаһының XII саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты һәм I, II, III һәм IV саҡырылыштар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Депутат эшмәкәрлеге осоронда Юғары Совет Комиссияһына һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Комитеттарына етәкселек итә. 1996 йылдан 2000 йылға тиклем Европа Урындағы һәм төбәк властары конгресында Рәсәй Федерацияһы вәкиле булып сығыш яһай. 2008 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты рәйесе була.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Юридик фәндәр докторы, профессор, 200-ҙән ашыу ғилми мәҡәләләр һәм монографиялар авторы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть