9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2010 йыл, 17:30

Сифат темаһына конкурс иғлан ителде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Республикала сираттағы тапҡыр сифат темаһын яҡтыртыусы журналистар араһында конкурс үткәрелә. Уны ойоштороусылар – БР Сәнәғәт һәм инновациия сәйәсәте министрлығы, БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар үҙәге, Сифат проблемалары академияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Журналистар союзы.

Конкурс 2008-2011 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифаты һәм именлеге» программаһына ярашлы үткәрелә.

«Башинформ» агентлығы, республика, ҡала һәм район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ тележурналистар был конкурс еңеүселәре булды ла инде. Уларҙың сығыштары темалары иҡтисад һәм хеҙмәтләндереүҙәр өлкәһе, сифат менеджменты системаларын индереү, ҡулланыусылар баҙары менән бәйле булды.

Конкурста теләүселәрҙең барыһы ла ҡатнаша ала. Бының өсөн быйыл матбуғатта, радиола һәм телевидениела сифат темаһына сыҡҡан материалдарҙы 10 октябргә тиклем БР Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенә, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар үҙәгенә йәки БР Журналистар союзына ебәрергә кәрәк. Еңеүселәрҙе наградлау һәр ваҡыттағыса ноябрҙә — Европа сифат аҙналығы сиктәрендә үткәрелә.