5 декабрь, Дүшәмбе

15 сентябрь 2010 йыл, 15:30

Өфөнән делегация Ҡазанда Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнән делегация 22-23 сентябрҙә Ҡазанда үтәсәк "Бергә — балалар хаҡына" Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумында балаларҙы яҡлау өлкәһендәге социаль программаларын тәҡдим итәсәк.

Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы, Халыҡты социаль яҡлау идаралығы, Һаулыҡ һаҡлау идаралығы вәкилдәре башҡа төбәктәрҙән коллегалары менән ауыр тормош хәленә ҡалған, имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, социаль етемлекте иҫкәртеү һәм етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.  

Күргәҙмәлә бөтәһе Рәсәй Федерацияһының 63 субъектынан 256 иң яҡшы проект һәм 113 программа ҡуйыласаҡ. Сараны ойоштороусы — Ауыр тормош хәленә тарыған балаларҙы яҡлау фонды фекеренсә, форум алдында мөһим бурыс тора — Рәсәйҙә балаларҙың хәлен яҡшыртырлыҡ социаль инновацияларҙы алға һөрөү.    

Форумға РФ Федераль Йыйылышы вәкилдәре, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, РФ субъекттарының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре, төбәктәрҙең һәм муниципалитеттарҙың социаль яҡлау органдары етәкселәре, Рәсәйҙең һәм Европаның балалыҡты яҡлау өлкәһендәге әйҙәүсе эксперттары һәм башҡалар саҡырылды.