4 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2010 йыл, 14:24

Эштән сығарылған һатыусыны урынына кире ҡайтарҙылар

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә йәшәүсе 51 йәшлек ҡатын баш ҡаланың Совет район суды ҡарары менән эшенә ҡайтарылды. Ҡатын үҙен РФ Хеҙмәт кодексының 81-се статьяһы 7-се пункты буйынса – ышанысты юғалтҡан өсөн эш биреүсенең хеҙмәт договорын өҙөүе – эштән сығарғандан һуң судҡа мөрәжәғәт итә. Ҡатын фирма магазинында һатыусы булып эшләй, матди яуаплы кеше, һәм хужа уны өс мең һумдан ашыу аҡса етмәүҙә ғәйепләй. Бынан тыш, ул уны ҡаймаҡҡа һыу ҡушыуҙа ла ғәйепләй — был продукт уның магазинында һатылған.

Әммә суд, прокурорҙың фекерен иҫәпкә алып, тап ошо һатыусының ғәйебенә күрһәтеүсе тәғәйен факттарҙы тапманы. Шуға күрә уның эшенә ҡайтарыу, мәжбүри прогул ваҡытындағы эш хаҡын һәм әхлаҡи зыянды компенсациялау тураһындағы дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелде. Ә бына ҡатындың дарыуҙарға тотонған аҡсаһын ҡайтарыу тураһында дәғүәһен кире ҡағалар: уның хроник сире эштәге хәлдәр менән бәйле булыуын иҫбатлаусы дәлилдәр булмай, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.