Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә хирург-гепатологтарҙың халыҡ-ара конгресы үтә

Йәмғиәт

Рәсәй һәм БДБ илдәре хирург-гепатологтарының «Хирургия гепатологияһының актуаль проблемалары» XVII халыҡ-ара конгресы Өфөлә үтә. Уны рәсми асыу шаршамбы, 15 сентябрҙә, «Нефтселәр» Мәҙәниәт һарайында үтте.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, медицина форумында ҡатнашыу өсөн Өфөгә Азербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Украина вәкилдәре, бөтәһе 500-гә яҡын делегат килде. Улар бауыр, үт ҡыуығы һәм ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау проблемаларына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ.

Төп ултырыштарҙан тыш форумда ҡатнашыусылар сателлит симпозиумында, йәш ғалимдар секцияларында, видеосессияла эшләйәсәк һәм live surgery режимында күрһәтмә операцияларға йәлеп ителәсәк.

Форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған. Ул 17 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть