Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Киоскылар мәктәп менән күршелек өсөн тауарҙарынан ҡолаҡ ҡаҡты

Йәмғиәт

Ленин районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре балиғ булмаған үҫмерҙәргә тәмәке һәм алкоголь һатыуҙы сикләү тураһында закондарҙың күҙәтелеүен тикшерҙе. Уларҙың иғтибарын уҡыу йорттары менән йәнәш урынлашҡан сауҙа нөктәләре йәлеп итте. Норматив акт менән билдәләнеүенсә, улар араһындағы алыҫлыҡ йөҙ метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.  

Прокурорҙар тәмәке һәм алкоголь менән һатыу иткән бер нисә киоск һәм магазиндың 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 50 метрҙа, йылға училищеһынан ике метрҙа, 4-се урта мәктәптән 30 метрҙа, 46-сы урта мәктәп эргәһендә урынлашыуын асыҡланы. Етмәһә, һуңғы киоск икенсе тапҡырына тикшереү аҫтына эләгә. Хужаһына ул саҡта административ производство ҡулланылғайны, хәҙер уға һатыусыһы эләкте.

Бөтә сауҙа нөктәләрендә тыйылған тауар һатыуҙан алынды, тип хәбәр иттеләр Ленин районы прокуратураһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть