4 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2010 йыл, 11:57

Ер кадастр палатаһы халыҡ менән эшләүҙә SMS файҙалана

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең (Росреестр) https://portal.rosreestr.ru интернет–порталы уңышлы эшләй. Уның аша Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәттәрен һорап мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ электрон формала кадастр инженерының электрон-цифрлы ҡултамғаһы ҡуйылған межа планын ҡушып һалып, дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғариза бирергә мөмкин.

Мәғлүмәттәр биреү тураһында электрон запростарҙың байтаҡ өлөшө мөрәжәғәт иткән көндө эшкәртелә, ҡалғандары – иртәгәһенә, бик һирәк кенә запростар килгән көндән алып икенсе йәки өсөнсө көнөнә эшкәртелә.

БР Ер кадастр палатаһы эшендә һуңғы ваҡыттағы яңылыҡтарҙың береһе булып Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры тураһында дөйөм мәғлүмәттәр биреү ысулдары исемлеген автоматлаштырыу һәм даими киңәйтеү тора. Мәҫәлән, күптән түгел мөрәжәғәт итеүселәргә мобиль элемтә системаһы аша хәбәр итеүҙең яңы системаһы — тәғәйен мөрәжәғәт итеүсе буйынса эштең тамамланыуы тураһында SMS ебәреү –  индерелде.  

БР Ер кадастр палатаһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыу маҡсатында республиканың төрлө төбәктәрендә филиалдар — палата бүлектәре базаһында махсус «инфоматтар» урынлаштырылды. Белешмә мәғлүмәт биреүҙән тыш, улар http://zkprb.ru сайтында Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәттәренә инеүҙе тәьмин итә.