6 декабрь, Шишәмбе

15 сентябрь 2010 йыл, 10:48

Белорет металлургия комбинаты етештереү күләмдәрен арттырыуҙы дауам итә

автор: "Башинформ"

«Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинаты метиз продукцияһы етештереү күләмдәрен арттырыуҙы дауам итә, бының менән «Мечел» Рәсәй метиз баҙарында алдынғылыҡты һаҡлай.  Мәҫәлән, августа компанияның ассоциацияға ингән ике метиз предприятиеһы – Белорет металлургия комбинаты һәм Вяртсиль метиз заводы – тарафынан етештерелгән һәм һатылған продукцияның дөйөм күләме 54 мең тонна самаһы тәшкил итте, был 2009 йылғы шул уҡ осор күләмдәренән 45 процентҡа һәм 2010 июлендә етештерелгән күләмдән 4 процентҡа артығыраҡ.

Белорет металлургия комбинаты – Рәсәйҙең етештереү күләмдәрен тотороҡло арттыра барған иң ҙур метиз предприятиеларының береһе. Августа комбинат 44 мең тонна металл изделиелар һатты. Был предприятие эшләй башлағандан алып иң яҡшы етештереү һөҙөмтәһе. Прокат сығарыу өлөшөндә лә етештереү рекордына өлгәшелде. Августа 150-се Станда 55 мең тоннанан ашыу юғары сифатлы катанка етештерелде. Билдәле булыуынса, 2010 йылда Белорет металлургия комбинатында 624 мең тонна прокат һәм 450 мең тонна метиз етештереү планлаштырыла, был 2009 йылғы етештереү күләмдәренән 15 һәм 38 процентҡа күберәк.

2010 йылдың ноябрендә комбинатың производство ҡеүәттәре иретеп йәбештереү өсөн баҡырлы һәм асыҡ сым етештереү буйынса яңы ҡорамалдар менән тулыландырыласаҡ. Хәҙерге ваҡытта предприятиела был ҡорамалды монтажлауға әҙерләү буйынса эштәр башланды ла инде.  

темалар: металлургия