Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 68.27 ↑

20 июль, Кесе йома

Уфа   °

Октябрҙә Өфөлә иң яҡшы автосервис исеменә конкурс башлана

Иҡтисад

1 октябрҙә Өфөлә «Иң яҡшы автосервис – 2010» ҡала конкурсын асыу тантанаһы үтәсәк. Ҡатнашыусыларға һөнәри оҫталыҡтарын һәм хеҙмәт күнекмәләрен күрһәтергә мөмкинлек буласаҡ. Уларҙың эшен компетентлы жюри баһалаясаҡ.

Оҫталар бер нисә номинацияла ярышырға тейеш. Улар араһында «Кузов ремонты», «Шиндарҙы иң яҡшы монтажлаусы», «Автомаляр», «Автойыуыу» һәм башҡалар бар.

Конкурсты Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Автомобиль сервисы һәм транспорт предприятиелары ассоциацияһы ойоштора.

«Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең хеҙмәттәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялованың хәбәр итеүенсә, был көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе һуңғы арала йылдам үҫешә. Йыл һайын конкурстың халыҡ араһында абруйы күтәрелә бара.  

Еңеүселәрҙе рәсми рәүештә бүләкләү ноябргә билдәләнгән.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть