7 декабрь, Шаршамбы

15 сентябрь 2010 йыл, 10:15

Өфө ветерандары Һамар яланында алыша

автор: Дмитрий Слезин

Һамарҙа футбол буйынса ветерандар араһында Рәсәй беренселегенең финалы үтә. Башҡортостан йыйылма командаһы башланғыс этапа өс матчта уйнаны. Ветерандарыбыҙ Екатеринбург менән мәрәйҙәрен уртаҡлашты – 0:0, хужаларҙы — Һамар йыйылма командаһын еңде — 1:0 һәм 0:1 иҫәбе менән Краснодар командаһынан отолдо.

Шаршамбы, 15 сентябрҙә, ярымфиналда Башҡортостан Мәскәү менән уйнаясаҡ, ә Пермь командаһы Краснодар менән көс һынашасаҡ.