Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда мәктәп ашханаларында туҡланған уҡыусылар иҫәбе арта

Иҡтисад

Ағымдағы йылда Өфөнөң дөйөм белем биреү мәктәптәре ашханаларында туҡланған уҡыусылар иҫәбе 98 процентҡа еткән. Туҡланыусыларҙың артыуына башлыса ата-әсәләр средстволары булышлыҡ иткән (70 процент). Был турала мэриялағы матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева хәбәр итте.

— Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм имен булмаған ғаиләләрҙән булған уҡыусыларҙы социаль яҡлау менән тәьмин итер өсөн ҡала ҡаҙнаһынан туҡланыуға дотация бүленә, ул быйыл бер кешегә 15 һумға тиклем арттырылды, — тине ул. – Шулай уҡ туҡланыуҙың ҡыйбатланыуына компенсацион түләүҙәр күләме бөтә уҡыусылар өсөн 3,5 һумға артты.

Рублева әйтеүенсә, 2007 йылдан алып ҡаланың барлыҡ мәғариф учреждениеларында «Мәктәп һөтө» системаһы индерелгән. Уға ярашлы, башланғыс класс уҡыусылары аҙнаһына өс тапҡыр бушлай һөт ала. Был маҡсатҡа Өфө бюджетынан быйылғы йылда 36 миллион һум ҡулланыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть