11 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2010 йыл, 9:58

Владимир Путинға Башҡортостандың инвестицион мөмкинлектәрен күрһәттеләр

автор: Сергей Захаров |фото: Андрей Старостин

Түбәнге Новгородта "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе төбәк бүлексәләренең Төбәк-ара конференцияһында ҡатнашыусылар пленар өлөш башланыр алдынан төбәктәрҙең инвестиция проекттары тәҡдим ителгән күргәҙмә менән танышты.  

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин экспозицияның хөрмәтле ҡунағы булды.

Башҡортостан стендында ҡуйылған проекттар менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов таныштырҙы.

Республиканың бындай проекттары өсәү. Улар инвалидтар өсөн инновацион институт ойоштороу, Өфөлә транспорт инфраструктураһын һәм «Туймазыбыяла» предприятиеһы базаһында заманса производствоны үҫтереү менән бәйләнгән.

Федераль хөкүмәт башлығы Рөстәм Хәмитовтың ошо проекттарҙың беренсеһе тураһында һөйләгәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Бында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең юғары белем алыуы, хәҙерге донъяла уларҙың социаль яраҡлашыуы тураһында һүҙ бара.  

Был проект — проблеманы хәл итеү өсөн дистанцион, модулле һәм инклюзив белем биреү өлкәһендә инновацион технологияларҙы йәлеп итеү мөмкинлеге.

Инвалидтар өсөн университет комплексы Иҫке Өфөлә, башлыса Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы биләгән майҙандар базаһында урынлашасаҡ, тип күҙаллана.    

Бында әҙерлек инвалидтар өсөн иң оптималь булған йүнәлештәр буйынса алып барыласаҡ.

Әлбиттә, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр машиналар эшләү цехтарында эшләй йәки мәктәп таҡтаһы алдында тора алмай. Шуға күрә бында дизайнер, маркетинг, консалтинг, юридик компаниялар өсөн белгестәр әҙерләйәсәктәр. Бындай эш юғары интеллектуаль һәм ижади потенциалға эйә булған, ләкин башҡалар менән бергә уҡый алмаған инвалидтарҙың хәленән килерлек.  

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль инвестицияларҙы ла йәлеп итергә кәрәк, сөнки инвалидтар өсөн университет үҙәге ойоштороу зарурлығы дөйөм дәүләт характерына эйә – Өфөлә төрлө төбәктәрҙә йәшәүселәр әҙерлек үтә аласаҡ.  

Бындай үҙәкте ойоштороу өсөн шулай уҡ республика бюджетын һәм төбәктә социаль проблемаларҙы хәл итеү менән ҡыҙыҡһынған ҙур бизнес вәкилдәре средстволарын йәлеп итергә планлаштырыла.  

Башҡортостандың күргәҙмәгә ҡуйылған инвестиция проекттары менән шулай уҡ Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов, РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Сергей Иванов, илдең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина танышты.