Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Бер айҙа Өфөлә ҡала янындағы күсемһеҙ милеккә хаҡтар үҙгәрмәгән

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың авгусында Өфөлә ҡала янындағы йорттарға һәм коттедждарға уртаса хаҡтар артыҡ үҙгәрмәгән.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, бөтә төрҙәге йорттар, коттедждар һәм таун-хаустар буйынса тәҡдим ителгән сағыштырмаса хаҡтарҙың уртаса дәүмәле квадрат метрына 26,7 мең һум тәшкил итте. Бер айҙа был күрһәткес үҙгәрмәгән, әммә йыл башынан ул 10,3 процентҡа күтәрелгән.

Иң арзан йорт 390 мең һум тора. Был Иглинда урынлашҡан йорттоң майҙаны 98 квадрат метр. Иң ҡиммәт объекттың хаҡы — 20 миллион һум. Михайловкалағы коттедж ошо суммаға баһалана. Йорт майҙаны – 350 «квадрат».

Ер участкаларына килгәндә иһә, уларҙың уртаса хаҡы бер сутыйына 56,5 мең һум менән баһалана. Бер айҙа ул — һигеҙ процентҡа, ә йыл башынан 16,5 процентҡа артҡан.

Иң ҡыйбат участка Чесноковкала 2300 мең һумға һатыла. Уның күләме 15 сутый. Иң арзаны Иглинда тәҡдим ителә – 120 мең һумға ун сутый.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть