3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 17:34

Уҡытыусы яҡшы баһаға алмашҡа «Хеннеси» коньягын һорай

автор: Ольга Мортазина

Салауат колледждарының береһенән 34 йәшлек уҡытыусы ришүәтселек өсөн хөкөм ителә. Һуңғы сессия ваҡытында ул үҙенең предметын уңышлы тапшырыуға алмашҡа «Мартель» һәм «Хеннеси» коньяктарын алырға теләй.

Бер үк ваҡытта педагог баһа алыуҙың яңы системаһы тураһында ла һөйләй: «бишле» — 2000 һум, «яҡшы» — 1500 һум, «ҡәнәғәтләнерлек» — 1000 һум. Һуңыраҡ ул тарифты 500 һумға кәметә, фәҡир студенттарҙың хәленә инергә була, күрәһең.

Бөтә төркөм «Хеннеси» менән «Мартель» алыуға аҡса йыйыуға тотона — был алты мең һумға төшә, биш малай “дүртле” өсөн тағы берәр мең өҫтәй. Әммә ниндәйҙер ҡыйыу бер малай был шарттар менән килешмәй, һәм уҡытыусының шуҡлыҡтары тураһында прокуратурала беләләр.

Суд 115 мең һум штраф һәм ике йылға юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында уҡытыу хоҡуғынан мәхрүм итеү формаһында хөкөм сығара, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: коррупция