8 декабрь, Кесе йома

14 сентябрь 2010 йыл, 17:26

«Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе 1 октябрҙә асыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

12-се «Алтын көҙ – 2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһен үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе. Ул Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге биләмәһендә ағымдағы йылдың 1 — 11 октябрендә үтәсәк. Сара Рәсәй агросәнәғәт аҙнаһы сиктәрендә ойошторола. Алдараҡ әйтеүҙәренсә, «Алтын көҙ – 2010» 8 октябрҙә асылырға тейеш ине.    

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 октябргә урып-йыйыу эштәренә йомғаҡ яһау буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү планлаштырыла, ул Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналасаҡ. «Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр», «Тоҡомло малдар» тип аталған күргәҙмә бүлектәре үҙ эшен 4 октябргә тиклем дауам итәсәк.  

Шулай уҡ «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе сиктәрендә күргәҙмә үҙәгенең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре үтәсәк. 9 — 11 октябргә ауыл хужалығы техникаһының «АгроТек Рәсәй — 2010» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен үткәреү ҙә ҡаралған.

Башҡортостан аграрийҙары «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әүҙем әҙерлек алып бара.