4 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 15:58

Башҡортостан делегацияһы Түбәнге Новгородта конференцияла ҡатнаша

автор: Сергей Захаров | фото: Азат Садриев

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе төбәк бүлексәләренең Төбәк-ара конференцияһында ҡатнашыу өсөн Түбәнге Новгородҡа килде.

Фирҡә лидеры Владимир Путин рәйеслегендә конференцияла ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округының үҫеш перспективалары менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Башҡортостандан форумда иллеләп кеше ҡатнаша.

Пленар өлөшө башланыр алдынан делегаттар иҡтисадтың төп өлкәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестицион проекттар ҡуйылған күргәҙмәне ҡараны.  

Ульяновскиҙа үткән тәүге презентация йомғаҡтары буйынса Башҡортостан өс призлы позицияны яулағайны.

Республика проекттары инвалидтар өсөн инновацион институт булдырыу, Өфөлә транспорт инфраструктураһын һәм «Туймазыбыяла» предприятиеһы базаһында инновацион производствоны үҫтереү менән бәйләнгән.