10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 14:53

Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләренә картуф ситтән килтереләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре рәсми рәүештә 25 сентябрҙә эшләй башлаясаҡ. Шулай ҙа республиканың баш ҡалаһындағы ике майҙанда тәүге йәрминкәләр 4-5 сентябрҙә үтте. Улар бал йәрминкәләре булды. Уларҙа ике көн эсендә 50 тонна бал продукцияһы һатылды. Уртаса хаҡ былтырғы 250 һум урынына литрына 450 һум тәшкил итте.  Был турала мэриялағы бөгөнгө матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева хәбәр итте.

— Йәрминкәләр рәсми рәүештә асылмаһа ла, көҙ башланғандан алып бер ял көнө лә уларһыҙ үтмәне, — тине ул. — 11 сентябрҙә «Аврора» кинотеатры янындағы майҙанда картуф һатыу ойошторолдо. Был шәмбелә ошондай уҡ йәрминкә Спорт һарайы алдында үтәсәк. Бындай саралар картуфҡа булған ажиотаж һорауҙы кәметеү ниәтендә ойошторола. Үрҙә күрһәтелгән майҙандарҙа картуфтың килограмын 18-20 һумдан һаталар. Шул уҡ мәлдә ҡаланың ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә килограмына хаҡтың 35 һумға етеүен иҫәптә тоторға кәрәк.

Ирина Рублева әйтеүенсә, быйылғы йәрминкәнең ситтән ҡайтарылған картуф һәм һуғанға ориентирланыуы уның үҙенсәлеге буласаҡ.

— Быйылғы йыл уңышҡа бай түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Шуға күрә беҙ ауыл хужалығы продукцияһы менән беҙҙә һатыу итәсәк башҡа төбәктәргә мөрәжәғәт иттек.

31 октябргә тиклем дауам итәсәк көҙгө йәрминкәләр өсөн Өфөлә 20-нән ашыу майҙан биреләсәк. Мөмкинлек булғанда йәрминкәләр ваҡытының тағы ла оҙайтылыуы ихтимал.