5 декабрь, Дүшәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 13:43

Баш ҡалала төҙөкләндереү мәсьәләһе менән башлыса мәктәп уҡыусылары шөғөлләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә ҡаланы төҙөкләндереү айлығы үтә. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Әлегә төҙөкләндереү эштәре әкрен темптарҙа бара, — тине ул. – Унда башлыса мәктәп уҡыусылары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.  Был эшкә башҡа коллективтарҙы ла йәлеп итергә кәрәк, бигерәк тә был аҙнала һауа торошо ла уңай килеп торғанда, юғиһә, артабан ямғырҙар башланыуы ихтимал.

Ҡала хакимиәте башлығының беренсе  урынбаҫары Ирек Ялалов әйтеүенсә, таҙартыу һәм төҙөкләндереүгә айырыуса ҡала сигендә урынлашҡан баҡсасылар ширҡәттәре мохтаж. Өфөләге санкцияланмаған сүплектәрҙең 96 проценты тап уларҙың биләмәһендә барлыҡҡа килгән. Баҡсаларҙа контейнер майҙандарының булмауы тураһында Өфө хакимиәтендә әллә күпме әйтелә килде. Павел Качкаев һүҙҙәренсә, уларҙы ойоштороуға ҡала райондары башлыҡтары яуаплы, уларға баҡсаларҙағы сүп-сар проблемаһын хәл итеүгә сираттағы һуңғы дата билдәләнгән.