11 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 13:29

Өфөлә халыҡ иҫәбе арта

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә йәнә халыҡ иҫәбе арта. Йыл башынан алып ҡалала 8,5 мең самаһы сабый тыуған, ә халыҡ иҫәбенең тәбиғи артыуы бер меңдән ашыу кешене тәшкил иткән. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.  

Ыңғай процестар, Павел Качкаев әйтеүенсә, ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенең башҡа өлкәләрендә лә күҙәтелә. Эшһеҙлек кимәле уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 12 процентҡа кәмегән, уртаса эш хаҡы 21 мең һумдан ашып киткән. Йыл башынан алып Өфөлә 294 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, ә зыянға эшләүсе предприятиелар ҡалала 14,7% тәшкил итә — Рәсәй буйынса был иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.