Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә диалектологияның көнүҙәк проблемаларына арналған X төбәк конференцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

22 сентябрҙә Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Йортонда, X «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» төбәк конференцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусылар – Рәсәй фәндәр академияһының Тел ғилеме институты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге,  БР Фәндәр академияһы, БР Мәғариф министрлығы, БР Дәүләт телдәре буйынса советы, БР Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы.

Фәнни форум төрки, славян, фин-уғыр диалектологиялары проблемаһын, башҡорт теле диалекттарын өйрәнеү перспективаларын, диалект шарттарында туған тел һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Диалектологияның көнүҙәк проблемаларын тикшереүҙә Башҡортостан зыялыларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән телсе-ғалимдар ҙа ҡатнашасаҡ.  Конференцияла ҡатнашыуға заявкалар Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ижевскиҙан, Чебоксарҙан килгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть