Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Приютовола газ үткәргестәрҙе ремонтлау өсөн сервис үҙәге асылды

Иҡтисад

Приютово ҡасабаһында газ үткәргестәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү үҙәгенең беренсе сиратын сафҡа индереүгә арналған тантаналы сара үтте. Үҙәк был участкала газ транспортлау системаһының сифатлы һәм өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы объект, производствоны ойоштороу һәм уңайлы һәм хеүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеү өсөн өр-яңы заманса алымдарҙы файҙаланып, ун ай эсендә төҙөлгән.

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, производство корпусы техник хеҙмәттәрҙе, автотранспорт цехын, механик һәм иретеп йәбештереү участкаларын берләштергән. Административ-көнкүреш корпусында инженер-техник белгестәр кабинеттары, диспетчер хеҙмәте, 4000 номер һыйҙырышлы һанлы АТС, медпункт һәм ашхана урынлашҡан.

Газ менән заправкалау станцияһы, автомашиналар йыйыу ҡоролмаһы, контроль-транспорт пункты һәм келәт биналары төҙөлөшөн күҙаллаған комплекстың икенсе сиратын асыу 2011 йылдың сентябренә билдәләнгән.

Сервис үҙәген асыу тантанаһында БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры  Роберт Ваһапов ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть