6 декабрь, Шишәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 11:58

Өфөлә йәшелсә йәрминкәләре башланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә йәшелсә йәрминкәләре башланды. Был турала Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Йәрминкә сауҙаһы өсөн бүленгән майҙандарҙа йәшелсә һәм бал менән сауҙа итергә рөхсәт ителде, – тине ул. – Уҙған ял көндәрендә ҡалала ошондай йәрминкәләрҙә 90 тонна картуф һатылды ла инде.

Павел Качкаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йәрминкә майҙандарында картуфтың бер килограмының хаҡы 18 – 20 һум тәшкил иткән, артабан ул тағы ла кәмеүе көтөлә. Ҡала башлығы йәй көнө картуфҡа хаҡтарҙың юғары булыуын ҡайһы бер журналистарҙың өҫтәп ҡабартып күрһәтеүенә, көҙгө йәрминкәләр осоронда хаҡтарҙың һиҙелерлек кәмейәсәгенә иғтибар йүнәлтте. Был турала ул элек тә күп тапҡырҙар телгә алғайны.