Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Президентҡа – 45

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа бөгөн 45 йәш тула. Юғары дәүләт вазифаһында үҙенең өсөнсө тыуған көнөн ул эш сәфәре менән Сочиға барғанда ғаиләһе менән бергә үткәрергә ниәтләй.  

Дмитрий Медведев 1965 йылдың 14 сентябрендә Ленинградта тыуған. Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын һәм ошонда уҡ аспирантура тамамлаған. 1990–1998 йылдарҙа ошо вузда уҡытыу эше менән шөғөлләнә, бер үк ваҡытта Ленинград ҡала Советы рәйесе советнигы һәм Санкт-Петербург мэрияһының Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты эксперты вазифаһын биләй.

34 йәшендә Дмитрий Медведев РФ Хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары, ә һуңынан Кремль хакимиәте башлығы урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары була. 2003 йылдың октябрендә 38 йәшендә ул Рәсәй Президенты Хакимиәтен етәкләй.

Ике йылдан һуң Дмитрий Медведев РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. Ә 2008 йылдың мартында 42 йәшендә ул Рәсәй Президенты итеп һайлана, шулай итеп ул һуңғы 100 йылда дәүләттең иң йәш башлығы һәм донъяның иң йәш сәйәси лидерҙарының береһе була.  

Үҙ сәйәси карьераһы ваҡытында Дмитрий Медведев бер нисә тапҡыр рәсми сәфәр менән Башҡортостанда булып китте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть