Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23 ↓

EUR 73.72 ↓

23 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлө канализация люктары менән мауыҡҡан

Йәмғиәт

Баш ҡаланың Орджоникидзе районынан бер ҡайҙа ла эшләмәгән 30 йәшлек ир-егет үҙенсәлекле алым менән йәшәүгә аҡса тапҡан. Август дауамында ул канализация люктарының ҡапҡасын урлап көн иткән. Был кәсебенә ир, ғәҙәттә, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында сыҡҡан. ВАЗ-дың «Лада»һында ул кәрәкле канализация ҡоҙоғо янында туҡтап, меттал ҡапҡасты машинаһына тейәгәс, металл ҡабул итеү пунктына ашыҡҡан.  Бер айҙа ул 20-нән ашыу канализация ҡапҡасын урлаған. Һәр трофей 200-ҙән 250 һумға тиклем тартҡан. Һуңынан енәйәтсе көндөҙ ҙә урлай башлай. Был һаҡһыҙлығы тиҙҙән һөҙөмтәһен бирә: осраҡлы шаһит машинаның номерын хәтерҙә ҡалдыра һәм сәйер водитель тураһында милицияға хәбәр итә. Участковыйҙар люктарға битараф булмаған ҡараҡты үҙенең фатирында ҡулға ала. Әлеге ваҡытта шик аҫтында булған был ир-егет ҡаланан ситкә сыҡмау тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйған, уға ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

автор: Ольга Мортазина
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть