5 декабрь, Дүшәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 10:18

Рәшит Нурғәлиев: "Көслө кеше генә үҙ хатаһын таный ала"

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Өфөгә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөтә Рәсәй спецназ взводтары ярыштарын ябыуға ведомство башлығы Рәшит Нурғәлиев килде. Килгәс тә федераль министр эшсе кәңәшмә үткәрҙе, унда тикшереү өсөн штат структураһын һәм һанын оптималләштереү, исемен үҙгәртеү буйынса реформалар темаһын асты, шулай уҡ милицияның асыҡлыҡ мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлде. Аңлашылмаусанлыҡ проблемалары Эске эштәр министрлығының бик ябыҡ өлкә булыуынан килеп тыуҙы, тине Нурғәлиев, һәм уны үҙгәртергә маташып ҡаранылар.

— Эске эштәр министрлығы әле булһа ярты йылға бер тапҡыр үҙенең коррупцион закон боҙоуҙары тураһында ил Президентына доклад яһаған берҙән-бер көс ведомствоһы булып тора, — тине Рәшит Ғүмәр улы. — Әгәр хеҙмәткәребеҙ хаталана икән, быны асыҡтан-асыҡ танырға һәм ғәфү үтенергә үҙеңдә көс табырға кәрәк. Быға тик көслө кеше генә һәләтле, һәм ихтирам яулауға, аңлашыуға башҡаса юл юҡ. Асыҡлыҡтың тәүге осоро ауыр булды, ләкин иманым камил, был курсты күптәр хуплай.  

Эске эштәр министрлығы башлығы ведомство структураһында 2012 йылда буласаҡ үҙгәрештәр хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, үҙгәрештәр мәғариф өлкәһенә лә ҡағыласаҡ: Эске эштәр министрлығының 23 юғары мәктәбенән 12 ҡаласаҡ, быға өҫтәп дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 14 филиал, алты суворов училищеһы.