Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

С.Т.Аксаков исемендәге әҙәби премия Константин Скворцовҡа бирелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән хәҙерге шиғри драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, изге гуманизм, ватансылыҡ традицияларын яҡлаған, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн С.Т.Аксаков исемендәге әҙәби премия Скворцов Константин Васильевичҡа бирелде. Был турала БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Константин Скворцов — Рәсәйҙең билдәле шағир-драматургы, лирик шағиры, Рәсәй Яҙыусылар союзының ҡушма рәйесе. Константин Скворцов шиғырҙарына  Людмила Зыкина, Татьяна Петрова, Иосиф Кобзон, Вәхит Хызыров кеүек башҡарыусылар репертуарына ингән күп йырҙар яҙылған.

Константин Скворцовтың күп лирик шиғырҙары Башҡортостанға арналған. Константин Скворцов йыллыҡ Халыҡ-ара Аксаков байрамдарын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ул Халыҡ-ара Аксаков байрамы гимнына әүерелгән «В Надеждино звонят колокола» йырының авторы ла. Константин Скворцов — билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының Аксаков гимназияһының Попечителлек советы ағзаһы.

«Почёт Билдәһе» һәм «Поляк мәҙәниәте алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған, бик күп әҙәби һәм йәмәғәт премиялары лауреаты булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть