8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2010 йыл, 15:47

Елена Савельева Барбадоста донъя чемпионатында миҙалдарға юлын дауам итә

автор: Дмитрий Слезин

Барбадоста ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса донъя чемпионаты дауам итә.

Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Елена Савельева (ауырлыҡ категорияһы 51 килограмға тиклем) икенсе алышта еңеү яуланы.

Савельева 1/8 финалда Япония спортсыһы Аяка Минованы 7:3 иҫәбе менән еңде.

Хәҙер Елена 15 сентябрҙә  сирек финалда Филиппиндан Нести Петечи менән осрашасаҡ.