3 декабрь, Шәмбе

13 сентябрь 2010 йыл, 15:30

«Нур» театры ижади студияға балалар йыя

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Яңы миҙгелдә Өфө татар дәүләт «Нур» театры театр һәм бейеү ижад студияларына балалар йыйыуы хаҡында иғлан итә. Йәш нурсылар менән дәрестәрҙе профессиональ педагогтар алып барасаҡ. Улар балаларҙы актер һөнәренә ылыҡтырыуҙан тыш, бейеү оҫталығы серҙәренә төшөндөрәсәк, шулай уҡ уларҙы театрҙың төрлө проекттарында ҡатнашыуға әҙерләйәсәк. Шулай итеп, студияға йөрөгән балалар аҙна һайын «Актер оҫталығы», «Сәхнә телмәре», «Вокал», «Сәхнә хәрәкәте», «Классик һәм халыҡ бейеүе», «Jazz-dance», «Step», «Импровизация» һәм башҡа кластарҙа шөғөлләнәсәк.

«Нур» театрының ижади студияларына конкурс буйынса һайлап алыу  18 һәм 19 сентябрҙә театрҙың Бәләкәй залының фойеһында үтәсәк. 12 — 17 йәштәрҙәге балалар ғына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон — 248-96-21.

темалар: театрҙар