4 декабрь, Йәкшәмбе

13 сентябрь 2010 йыл, 15:21

Биналарҙы ҡуртымға алыу хоҡуғына сауҙа үткәрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

17 һәм 24 сентябрҙә Өфө хакимиәтенең Муниципаль милеккә идара итеү комитеты муниципаль торлаҡ булмаған фонд объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөү хоҡуғына аукциондар үткәрә. Беренсе аукционда 16 лот ҡуйыласаҡ, икенсеһендә лә шул тиклем үк.

Объекттар араһында – ҡала торлаҡ йорттарының подвал биналары, сарлаҡтары, беренсе йәки аҫҡы ҡаттары. Комитет хәбәр итеүенсә, иң ҡиммәтле лоттың башланғыс хаҡы 2308 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Бинаның дөйөм майҙаны – 687 квадрат метр. Ул Калинин районында биш ҡатлы торлаҡ йортта урынлашҡан. Иң арзан объект 11366 һумға ҡуйыла. Майҙаны 7,4 квадрат метр булған сарлаҡтың башланғыс хаҡы ошондай. Ул Киров районындағы күп ҡатлы йортта урынлашҡан.

Сауҙа еңеүсеһе тип лот өсөн иң юғары хаҡ ҡуйған ҡатнашыусы таныла. Аукцион үткәргән көндә еңеүсе йомғаҡлау протоколына ҡул ҡуя һәм уға ҡул ҡуйған көндән алып 20 көндән дә һуңға ҡалмайынса ҡуртым килешеүе төҙөргә йөкләмә ала.