Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Һуңғы өс көндә Башҡортостанда ике ерҙә урман янды

Йәмғиәт

Һуңғы өс тәүлектә Башҡортостанда ҙур булмаған ике урман янғыны күҙәтелде. 0,1 гектарҙы күмергә ҡалдырған бер янғын — Белорет районында, икенсеһе Октябрьский ҡалаһынан алыҫ булмаған урында теркәлгән. Уның майҙаны өс гектар тәшкил иткән. Ике янғын да тиҙ арала һүндерелгән. Был турала «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итте.

— Әле республикала ауыл хужалығы баҫыуҙарын үртәү башланды, — тине ул. – Район хакимиәте башлыҡтары менән берлектә янғындарҙы булдырмау буйынса эштәр алып барабыҙ. Башҡортостандың урман фондында бындай эштәр арҡаһында янғындар сығыу осраҡтары әле теркәлгәне юҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын хәүефлелеге осоро башланғандан алып республика биләмәһендә 546 урман янғыны үткән. Ут ялмаған майҙан 10800 гектарға еткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть