Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Түбәнге Новгородта төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре медиа-форумы

Сәйәсәт

Бөгөн Түбәнге Новгородта Волга буйы федераль округының төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәренең медиа-форумы эш башлай. Башҡортостандан унда «Республика Башкортостан», «Уфимские ведомости» гәзиттәре, «Аргументы и факты»ның төбәк ҡушымтаһы баш мөхәррирҙәре, «Башинформ» агентлығы, «Спутник ФМ» радиоһы вәкилдәре ҡатнаша. Медиа-форумдың маҡсаттары – округ киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, Волга буйы федераль округының Баш мөхәррирҙәр клубын һәм федераль Баш мөхәррирҙәр клубын ойоштороу өсөн кандидатуралар билдәләү.

Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк, унда Волга буйы төбәгенең үҫеш перспективалары тикшереләсәк, «Модернизациялау процесында киң мәғлүмәт сараларының роле» темаһына федераль эксперттар менән дискуссия үткәреләсәк. Унда Рәсәйҙең билдәле сәйәсмәндәре, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Медиа-форум Волга буйы федераль округының «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы төбәк бүлексәләренең «Волга буйының 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы. 2010-2012 йылдарға программа» Төбәк-ара конференцияһы сиктәрендә үткәрелә.

Төбәк-ара конференция Түбәнге Новгородта 14 сентябрҙә үткәрелә. Унда «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте башлығы Владимир Путин ҡатнашыуы көтөлә. Конференцияла иң ҙур делегацияларҙың береһе — 50 кешегә яҡын – Башҡортостандан буласаҡ. Делегацияны Башҡортостан Президенты, партияның Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләй, делегация составында «Берҙәм Рәсәй» Төбәк политсоветы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть