Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә гараж төҙөлөшө проблемаһын хәл итәләр

Иҡтисад

Өфөлә 2020 йылға тиклем гараж төҙөлөшө программаһын әҙерләү бара. Бөгөн Башҡортостан баш ҡалаһы юлдары буйлап 400 меңгә яҡын автомобиль йөрөй. Парковкалар бер мең кешегә 350 урын иҫәбенән ҡарала. Бер нисә йыл элек 100 урынға кәмерәк планлаштырылғайны.  

Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы программа машиналар ҡуйыу проблемаһын хәл итергә тейеш. Проектҡа ярашлы, ҡала төҙөлөшө пландарына күп кимәлле паркингылар һәм гараждар индереләсәк. Торлаҡ микрорайоны территорияһында паркингыларҙың һыйҙырышлылығы 300 урындан артмаҫҡа тейеш, ә унан ситтә — меңгә тиклем.    

Шулай уҡ гараж төҙөлөшөнөң үҙҡиммәтен кәметеү планлаштырыла. Стандартлы металл гараж хәҙер – 100 мең һум, капиталь гараж 300 мең һум самаһы тора. Ер аҫты паркингында йылытылған бокс йәки урын автомобиль хужаһына 600 меңдән 800 мең һумға тиклем төшәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть