8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2010 йыл, 11:35

Рәшит Нурғәлиев Бөтә Рәсәй спецназ взводтары ярыштарын ябыуға килә

автор: Ольга Мортазина

14 сентябрҙә Өфөлә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Бөтә Рәсәй спецназ взводтары ярышын ябыу үткәрелә. Иң яҡшы яугирҙарҙың күрһәтмә сығыштарын ҡарарға һәм еңеүселәргә наградалар тапшырырға Рәсәй Эске эштәр министрлығы башлығы Рәшит Нурғәлиев киләсәк.

Министр Өфөгә бөгөн киләсәк һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән эш кәңәшмәһе үткәрергә, ә унан алда ведомствоның ҡайһы бер объекттарын ҡарарға һәм ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышырға өлгөрәсәк, тип көтөлә.