3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2010 йыл, 10:18

Бухгалтерия иҫәбенә һәм һалым һалыуға арналған семинар үтәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

28 һәм 29 сентябрҙә Өфөлә «Бухгалтерия иҫәбе һәм автономиялы учреждениеларға һалым һалыу. Иҫәптәрҙаң бюджет планынан коммерцияға күсеү проблемалары» Республика ғәмәли семинары үткәрелә.

Ул үҙ тибын үҙгәртеүгә – автономиялы учреждениеларға күсеүгә әҙерләнгән, шулай уҡ әле үк яңы статуста эшләгән дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәре, баш бухгалтерҙары өсөн ойошторола. Семинар сиктәрендә иҫәпкә алыу һәм һалым һалыу кеүек ҡатмарлы тармаҡ мәсьәләләрен хәл итеү тәжрибәһе ҡараласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар ҡануниәттә планлаштырылған үҙгәрештәр тураһында мөһим мәғлүмәт аласаҡ һәм автономиялы учреждениеның финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу менән бәйле проблемаларға бергәләп анализ яһаясаҡ.  

БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа бер тыңлаусының ҡатнашыуы өсөн теркәү взносы 5700 һум. Сарала ике һәм унан күберәк тыңлаусы ҡатнашһа, һәр тыңлаусы ҡатнашыуға теркәү взносы 5300 һум.

Ойошма етәксеһе тарафынан ҡул ҡуйылған заявканы (347) 256-98-67 телефоны буйынса факс аша йәки E-mail: 2941334@mail.ru электрон почта адресына ебәреп теркәлергә мөмкин.