4 декабрь, Йәкшәмбе

13 сентябрь 2010 йыл, 10:57

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,6 процентҡа күтәрелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар һуңғы аҙнала 0,6 процентҡа күтәрелде. Әлеге мәлдә бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса бер квадрат метрға тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 42,76 мең һум тәшкил итә.

Хаҡтарҙың ныҡ күтәрелеүе ике бүлмәле фатирҙар сегментында күҙәтелә, унда бер аҙнала квадрат метрҙың хаҡы 0,3 процентҡа артҡан. Башҡа төрҙәге фатирҙарға уртаса хаҡ 0,2 процентҡа күтәрелгән.

Биҫтәләр буйынса торлаҡ ҡала үҙәгендә ҡиммәтерәк, Шаҡша һәм Затонда – арзаныраҡ.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, бөгөн иң арзан, бер бүлмәле, фатирҙы Өфөлә Интернациональ урамынан 950 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны — 30,3 квадрат метр. Ә иң ҡыйбатлыһы Киров урамында — 225 квадрат метрлыҡ биш бүлмәле фатир 18,5 миллион һумға һатыла.

Михайловкалағы 348 квадрат метрлыҡ йорт элеккесә һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәт коттедж булып ҡала. Уның хаҡы — 20 миллион һум.

17 квадрат метрлыҡ иң арзан бүлмәне 400 мең һумға Новоженов урамынан алырға мөмкин. Иң ҡыйбат бүлмә Сочи урамында тәҡдим ителә. Уның майҙаны — 19 квадрат метр, хаҡы — 950 мең һум.