Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Белоретта еңел атлетика буйынса тренерҙар семинары үтте

Йәмғиәт

Белоретта еңел атлетика буйынса тренерҙарҙың семинары үтте. Унда кросс буйынса Башҡортостан Республикаһы Чемпионатына килгән команда етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Улар был спорт төрөндә допинг ҡулланыу проблемалары буйынса фекер алышты, республикала һәр ерҙә электрон судьялыҡ индереү тураһында мәғлүмәт тыңланы. Семинарҙы алып барыусы Башҡортостандың юғары спорт оҫталығы мәктәбе директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Евгений Емельянов әйтеүенсә, республикала үткәрелеүсе еңел атлетика буйынса ярыштарҙың иҫәп-хисабында әллә ҡасандан уҡ тәртип булдырыу талап ителә.

Бихисап һәләтле спортсылар, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаларын тәрбиәләгән Белорет ҡыҙы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Татьяна Сенченко хеҙмәттәштәре менән һөнәри оҫталыҡ серҙәрен уртаҡлашты. Ә улар, үҙ сиратында, уны көн элгәре үткән юбилейы менән ҡотланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть