4 декабрь, Йәкшәмбе

13 сентябрь 2010 йыл, 10:14

Константин Толкачев Удмуртияның Дәүләт Советы Рәйесе Александр Соловьев менән осрашты

автор: БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте

11 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Александр Соловьев менән осрашты.

Әңгәмә барышында Александр Соловьев Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эше, ҡануниәт системаһының торошо һәм перспективалары, республикалағы социаль-иҡтисади хәл, урындағы үҙидара системаһы үҙенсәлектәре менән ентекле таныштырылды.

Парламенттар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре айырым ҡаралды. Яҡтар Башҡортостан Республикаһы менән Удмурт Республикаһы парламент-ара бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеү өсөн бөтә мөмкинлектәргә эйә булыуы менән килеште һәм, кисекмәҫтән   Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы араһында Парламент-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү проекты әҙерләргә кәрәк, тигән берҙәм фекергә килде.