6 декабрь, Шишәмбе

13 сентябрь 2010 йыл, 10:07

Ейәнсура районында йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

«Йәштәргә — эш!» республика акцияһы сиктәрендә 14 сентябрҙә, шишәмбелә, Ейәнсура районы Мәҙәниәт һарайында эш урындары вакансиялары йәрминкәһе ойошторола.

Йылына ике тапҡыр үткәрелеүсе традицион сара йәштәр араһында ҙур һорау менән файҙалана. Йәрминкәлә юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙан алып мәктәп уҡыусыларына тиклем барыһы ла үҙҙәренә эш таба аласаҡ. Район предприятиелары һәм ойошмалары даими һәм ваҡытлы вакансиялар тәҡдим итәсәк.

Бынан тыш, йәрминкәлә райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәренән профессиональ консультация алырға мөмкинлек буласаҡ.  

темалар: йәштәргә эш