8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2010 йыл, 9:02

Республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Үткән ял көндәрендә Стәрлетамаҡта бал йәрминкәләре үтте. Башҡортостандың байтаҡ райондарының умартасылары Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында үҙенең продукцияһын тәҡдим итте.

Артабан Стәрлетамаҡта ошо уҡ урында һәр шәмбе һайын ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.  

18 сентябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан — Стәрлебаш районы вәкилдәренә, 25 сентябрҙә – Әлшәй районы, 2 октябрҙә Ауырғазы һәм Ғафури райондары вәкилдәренә биреләсәк. Стәрлетамаҡ районы тауар етештереүселәре иһә үҙҙәренең продукцияһын 9 октябрҙә йәрминкәгә сығарасаҡ.

“Башинформ” агентлығына Өфө ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  Башҡортостандың баш ҡалаһында йәрминкәләр 19 майҙанда үтәсәк. Йәрминкәләрҙә күрше төбәктәр вәкилдәренең дә ҡатнашыуы көтөлә, күршеләр беҙгә картуф, һуған һәм кишер алып килергә тейеш.    

темалар: йәрминкәләр