Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Президент Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығын вазифаһынан бушатыуҙы талап итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Дифғәт Хантимеровты биләгән вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был турала республика башлығы 11 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында хәбәр итте.

Район башлығын эштән сығарыу сәбәбе булып интернет селтәрендә урынлаштырылған видеоролик торҙо, унда Дифғәт Хантимеровтың спортзалда уҡыусылар менән нисек күнекмәләр үткәреүе күрһәтелә.

Башҡортостан Президенты, Дифғәт Хантимеров республиканы оятҡа ҡалдырҙы, тип сикһеҙ нәфрәтләнеүен белдерҙе. Йәрмәкәй районы башлығы ҡатнашлығындағы видеороликты интернетта тиҫтәләгән мең файҙаланыусы ҡараған.

Рөстәм Хәмитов Йәрмәкәй районы башлығын кисекмәҫтән эштән сығарыуҙы талап итте һәм Башҡортостан Президенты Хакимиәте башлығы Николай Кураповҡа дүшәмбегә, 13 сентябргә, тейешле ҡарар проектын әҙерләргә ҡушты. Республика башлығы әйтеүенсә, был видеоролик хоҡуҡ майҙаны сиктәрендә артабан тикшерелергә тейеш.

«Бындай тәртип боҙоуҙарға ҡаршы беҙ аяуһыҙ көрәшәсәкбеҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть